Витрина
Журналов
Комментарии
2

Категория:Жизнь

Бренд:Ҡәҙерле әсәй

Название выпуска:Ҡәҙерле әсәй

Автор:Mr. Anoreksia

Әсәйемә

Күҙ алдымда әсәйемдең

Нурлы йөҙө.

Тора һымаҡ өй янында - 

Тере үҙе.


Ябынған ул башҡайына

Кәшмир яулыҡ.

Яңы теккән күлдәге лә 

Күҙгә зауыҡ.


Йорт тирәһе шундай таҙа,

Шундай бөхтә.

Әйтерһең дә, һаман гөрләп

Донъя көтә.


Әйтә кеүек: «Әйҙә, балам,

Сәй эсергә.

Һыуһап ҡайтып бараһыңдыр

Был эҫелә».


Йома етһә, әсәйемде

Иҫләйем гел.

Өй урынын күргән һайын

Әрней күңел.


                                                                                          ( Фәриҙә Ситдиҡова )