Витрина
Журналов

Ҡәҙерле әсәй №1

Комментарии
2

Категория:Жизнь

Бренд:Ҡәҙерле әсәй

Название выпуска:Ҡәҙерле әсәй

Автор:Байыҡов Илшат

"Бөгөн әсәйемде төштә күрҙем".

AltText

Бөгөн әсәйемде төштә күрҙем

Ап-аҡ яулыҡ һалып иңенә,

Сығып баҫҡан , ҡайтыр балалар, тип

Ҡаршыларға ҡапҡа төбөнә

Аҡ төҫ килешеп тора йөҙөнә.


Шул арала әсәм, гөлдәренә

Һыу ҙа һибеп алған баҡсала.

Бөтмәһә лә донья мәшәҡәте

Ике күҙе һаман ҡапҡала.


Әле генә бешкән икмәк еҫе

Өй эсенә тулып, таралған.

Алдан һалып ҡуйған күстәнәстәр

Һалмаһына тиклем туралған.


Төшкө ашҡа атай ҡайтыр тиеп

Төрлөһөнән ҡуйған әҙерләп.

Сөйҙә торған фото-рәсемде лә

Ҡат-ҡат һөртөп ала ҡәҙерләп.


Шул саҡ , ҡапыл ғына уянып киттем,

Наҙлы тауыш миңә өндәшкәс.

Кескәй генә , йомшаҡ ҡулдар менән

Ейәнсәрем һона күстәнәс.

                                           

                                 ( Сажидә Әхмәтова )